Өфөлә «Йыл студенты» конкурсының төбәк этабы финалы үтте

Бәйге уҡыуҙан тыш, фән, ирекмәнлек, ижад, спорт өлкәләрендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән һәләтле йәштәрҙе берләштерҙе. Күләмле проектта ҡатнашыуға дүрт йөҙгә яҡын заявка ҡабул ителгән, уларҙың 140-ы Башҡорт дәүләт университетынан.

Вуз кимәлендә һайлап алыу этабын уңышлы үткән студенттар алты номинация буйынса көс һынашты. Һәр ҡайһыһында портфолио, презентация әҙерләү талап ителде. Шулай уҡ конкурсанттар эшлекле уйында сығыш яһап, проектлау оҫталығын күрһәтте.

«Йыл студенты» Рәсәй милли премияһы ете йыл элек булдырылған. «Һәр кемгә – социаль лифттар» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Конкурста һәләтле йәштәр айырым һәм команда менән дә ҡатнаша ала. Әйтәйек, номинацияларҙың береһендә юғары уҡыу йорттары ҡарамағында эшләгән медиа-үҙәк командалары ҡатнаша.

Фото №1 - Өфөлә «Йыл студенты» конкурсының төбәк этабы финалы үтте

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ