Бөрйән районында уҙған атайҙар һәм улдар өсөн һыбайлы тур тап быуындар бәйләнешен нығытыу өсөн ойошторолдо. Проект Башҡортостан башлығы грантына тормошға ашырылған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Республиканың ир-егеттәр ҡоро башланғысы менән үткәрелгән сараға Бөрйән, Белорет, Баймаҡ райондары, Өфө һәм Күмертау ҡалалары вәкилдәре йыйылды. Аталы-уллы 50-нән ашыу ҡатнашыусы 800 метр бейеклектәге ҡарағай урманлы тауға артылып, йәмғеһе 10 саҡрымлыҡ араны атта елеп үтте, тау йылғаһын кисеп уҙҙы.
Башҡортостан ҡурсаулығы музейындағы ҡыҙыҡлы экспонаттар менән танышты. Тәүге тапҡыр ойошторолған үҙенсәлекле сара Башҡортостан башлығы грантына бойомға ашырылды.
Һыбайлы тур үҙ-ара аралашыу, киләсәккә пландар ҡороу майҙансығына ла әүерелде. Бер нисә ғаилә хатта киләсәктә ат тоторға ҡарар итте.
Һыбайлы турға йыйылыусылар ғаиләлә тәрбиә мәҙәниәте буйынса ла фекер алышты. Атайҙар һәм улдар уҡтан атып, суҡмар ташлап көс-таҫыллыҡта көс һынашты. Кисен усаҡ янында яңғыраған йыр-моң да һәр кемдең күңелен күтәрҙе.
Рәзилә Салауатова







