Башҡортостан вәкилдәре рәсми сәфәр менән Ҡаҙағстанға килде

Делегацияны Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкләй. Сәфәр барышында Ҡаҙағстан президенты Ҡасым-Жомарт Токаев менән осрашыу ҡаралған. Радий Хәбиров шулай уҡ күрше дәүләт премьер-министры Асҡар Мамин, парламенттың сенат рәйесе Маулен Әшимбаев, шулай уҡ Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе акимы Ғәли Искалиев менән һөйләшеүҙәр уҙғара. Бөгөн Нурсолтанда Башҡортостандың инвестицион һәм иҡтисади мөмкинлектәре менән таныштырыу була, иртәгә беҙҙең республика вәкиллеген асыу тантанаһы ойошторола. Сәфәр ваҡытында Радий Хәбиров Ҡаҙағстанда йәшәгән яҡташтарыбыҙ менән дә осрашырға ниәтләй.

Фото №1 - Башҡортостан вәкилдәре рәсми сәфәр менән Ҡаҙағстанға килде
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ