Башҡортостанда 300 мең тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынған

 Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, гектарынан уртаса 230 центнер уңыш алына. Шәкәр заводтарына 132 мең тонна татлы тамыр оҙатылған. Благовар, Бүздәк, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы райондары юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Әлшәй хужалыҡтарында 3 меңдән ашыу гектарҙа шөкәр сөгөлдөрө сәселгән. Дөйөм майҙандарҙың өстән бер өлөшөндә уңыш йыйып алынған. Ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан уңыш насарҙан түгел, ти Рәсәй Ауыл хужалығын күҙәтеү үҙәгенең республика филиалы Әлшәй бүлеге етәксеһе Радик Гәрәев

Башҡортостанда 300 мең тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынған

Республикала шәкәр сөгөлдөрө 16 районда ултыртыла.

Фото №1 - Башҡортостанда 300 мең тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынған
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ