Үткән тәүлектә республикала 384 кешелә хәүефле вирус раҫланған, 20 кеше вафат булған. Амбулатор шарттарҙа - 6 мең 526, стационарҙа 654 кеше дауалана. Уларҙың күбеһе 60 йәштән өлкәндәр. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, дауаханалағы 35 пациенттың хәле ауыр тип баһалана, 9 кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Пневмония осраҡтары ла күбәйә. Бер тәүлектә 152 кешегә ошондай диагноз ҡуйылған.




