Александр Сидякин: "Коронавирусҡа ҡаршы ҡәтғи саралар күрергә кәрәк"

Алдағы көндәрҙә төп бурыс халыҡты коронавирустан прививка эшләтергә өгөтләү. Республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин муниципалитет башлыҡтары менән был өлкәлә артабанғы эш стратегияһы буйынса һөйләшеү уҙғарҙы. Ҡайһы бер ҡала һәм райондарҙа вакциналаныусылар һаны 40 проценттан артмай. Улар: Белорет, Бәләбәй, Асҡын, Стәрлетамаҡ, Бөрө райондары, Октябрьский, Сибай һәм Күмертау ҡалалары. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, бындай темп менән республикала талап ителгән 80 процентлыҡ кимәлгә киләһе йылдың октябрендә генә сығырға мөмкин. "Ҡәтғи саралар ҡулланмаҫҡа тырыштыҡ, әммә шундай аҙымға барыу ваҡыты яҡынлаша. Бәлки, QR-код, ковид-паспорттар индереү кәрәктер", тине Александр Сидякин.

Фото №1 - Александр Сидякин: "Коронавирусҡа ҡаршы ҡәтғи саралар күрергә  кәрәк"
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ