Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала йырсы-шағир, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радик Хәкимйәнов менән осрашыу уҙҙы. Сараны «Ашҡаҙар» радиоһы хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова әҙерләгән яҙмала.
Башҡортостан һандуғасы, моңло тауышлы йырсы Резеда Әминева башҡарыуында был йырҙың авторы Радик Хәкимйәнов. Ул шағирҙар араһында ысын мәғәнәһендә рекорд ҡуйған ижадсы. Авторҙың шиғырҙарына 800-ҙән ашыу йыр ижад ителгән. Тыуған еренә ғашиҡ йырсы шағирҙың һәр шиғыры тормошто һөйөргә, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә өндәй.
Ижадсы Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылында 1941 йылдың 25-се авгусында донъяға килә. Һуғыш осоро балаһы аслыҡ-яланғаслыҡты, етемлекте үҙ иңдәрендә күтәрә. Атаһы Закирйән бронь һалынһа ла, һуғыштың тәүге көндәренән үк үҙе теләп фронтҡа китә. Артиллерия сафында Мәскәүҙе обороналауҙа ҡатнаша. Илебеҙ азатлығы өсөн тиңһеҙ алыштарҙың береһендә башын һала. Ә улы атаһын ғүмере буйы көтә. Һикһәнде артылған шағир был кисерештәрен ижадында ла сағылдыра.
«Ашҡаҙар» радиоһы тәҡдиме менән ойошторолған сарала милли интелигенция вәкилдәре, баш ҡаланың юғары уҡыу йорттарында белем алыусы студент йәштәр, йырсылар һәм композиторҙар ҡатнашты. Пандемия шарттарында бәләкәй форматтағы ижади осрашыу артабан да дауамлы буласаҡ, тип белдерҙе уны ойоштороусылар.
Осрашыуҙа сығыш яһаусылар Радик Хәкимйәновтың ижади ҡомарын юғары баһаланы, уңғанлығын, эшһөйәрлеген йәштәргә өлгө итеп ҡуйҙы.
Сирек быуат дауамында халыҡты сәхнәнән, радионан, зәңгәр экрандарҙан оҙатҡан моңло йырҙары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Гүзәл Борханова




