Күгәрсен районында күренекле дәүләт эшмәкәре Ғәҙелша Ейәнсуринға иҫтәлекле таҡтаташ асылды

Ғәҙелша Ейәнсурин 1894 йылда райондың Буҫтыбай ауылында тыуып үҫкән. Заманының уҡымышлы һәм алдынғы ҡарашлы кешеһе 20-се быуат башындағы шанлы ваҡиғаларҙы үҙ башынан үткәргән шәхес. 1929 йылда ул Башҡортостандың Баш суды рәйесе, 1934 йылда БАССР- ҙың коммуналь хужалығы халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә.

Ҡыҙғанысҡа, 1937 йылда Ғәҙелша Ейәнсурин репрессия ҡорбандары исемлеген тулыландыра. Шәхестең исеме быйыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә мәңгеләштерелде.

Арҙаҡлы шәхестең исемен тергеҙеү тәҡдиме менән Нуҡай ауылынан уның тормош юлын өйрәнеүсе Миңзифа Көҫәпҡолова сығыш яһаһа, урындағы ауыл советы һәм район башҡорттары ҡоролтайы изге башланғысты хуплаған.

Ошо уҡ көндө Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары уҙған осорҙағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһап, яңы рәйес һайланы. Ойошмаға етәкселек Күгәрсен районының тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Рөстәм Сәйетбатталовҡа йөкмәтелде.

Фото №1 - Күгәрсен районында күренекле дәүләт эшмәкәре Ғәҙелша Ейәнсуринға иҫтәлекле таҡтаташ асылды

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ