Өфө районының «Ял» баҡсасылар ширҡәтендә йәшәүселәр юл сатҡыһында зебра йә иһә светофорҙың булмауынан интегә. Ә транспорт хәрәкәте был урында көсөргәнешле. Был күренештән тамам ялҡҡан баҡсасылар ил башлығына мөрәжәғәт итте. Ләкин әлегәсә мәсьәлә хәл ителмәгән. Хәүефле юл киҫелеше тураһында БЮТ каналының киләһе репортажы.
Өфө тирәләй М 5 һәм М7 федераль трассаларын берләштергән юл. «Ял» баҡсасылар ширҡәтендә йәшәүселәр бәләһе лә кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап иткән мәсьәлә. Сөнки халыҡ юл аша үткән һайын үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Был урында зебра ла, светофор ҙа юҡ. Ә ҙур йөк машиналары тиҙлекте кәметергә лә уйламай.
Юлдың ике яғында ла бер нисә баҡсасылар ширҡәте. Даими йәшәүселәр ҙә байтаҡ. Уң яҡтағылар юл аша магазинға тип йүгерһә, һул яҡтағыларға автобустан төшөп ҡалып кире яҡҡа сығырға кәрәк. Әйткәндәй, йәмәғәт транспорты өсөн туҡталыш та юҡ. Тап ошо арҡыла йәйәүлеләр өсөн үткәүел юҡ та инде.
Һөҙөмтәлә мәсьәләне хәл итеү өсөн Өфө районы хакимиәтенә туҡталыш урынлаштырыуҙы юллау ҙа етә. Ул сағында светофор, йәки зебра ла барлыҡҡа киләсәк. Ләкин әлегә тиклем район властары был юлдың кемдең иҫәбендә икәнен дә белмәгән. Көн дә тәгәрмәстәр аҫтында ҡалыу хәүефе менән эшкә йөрөгән ханымдың аһ-зары Путинға тиклем барып еткәнсе.
Айнур Кәбиров.




