Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус диагнозы тағы ла 384 кешегә ҡуйылып, төбәктә пандемия башланған осорҙан сирләүселәр иҫәбе 66 069-ға етте. Бөгөн стационарҙарҙа 654 пациент дауалана, уларҙың 387-һе 60 йәштән өлкәндәр.
Ауыр хәлдәге 35 кешенең 9-ы тын юлдарын яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 6 526 кеше сиргә ҡаршы амбулатор шарттарҙа көрәшә. Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 611 кеше һауығып сыҡҡан, яңы инфекциянан 20 кешенең ғүмере өҙөлгән.
Республикала халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә. Бөгөнгә Башҡортостанға 1 759 308 доза вакцина килтерелгән. Прививканың тәүге компонентын 1 273 747 кеше яһатып өлгөргән. 1 165 720 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Тәүлек эсендә медицина учреждениеларына вакцина эшләтеү өсөн 3 334 кеше мөрәжәғәт иткән.
Гөлдәриә Йосопова




