Сәфәр пандемияға бәйле сикләүҙәр алынғас та башланыр тип күҙаллана. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Башҡортостандың рәсми делегация эш сәфәре менән Ҡаҙағстанда. Республика башлығы Нурсолтанда үткән һөйләшеүҙәрҙең һөҙөмтәләре һәм хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тураһында һөйләп үтте.
Радий Хәбиров фекеренсә, ике арала тура авиабәйләнеш булдырыу, туризм өлкәһендә бәйләнештәрҙе киңәйтергә форсат бирә. Бынан тыш Нурсолтанда Башҡортостан Конгресс-бюроһының рәсми вәкиллеге асыла.
Был ике республика эшҡыуарҙары араһында мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырға, эшлекле бәйләнештәрҙе яңы кимәлгә күтәреүгә юл аса. Яҡтар шулай уҡ хеҙмәттәшлек буйынса юл картаһына ҡул ҡуйырға иҫәп тота.
Бәйләнештәрҙе нығытыу Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында сауҙа әйләнешен арттырырға , тимәк иҡтисад үҫеше һәм халыҡ мәнфәғәтендә яңы проекттарға нигеҙ булып торасаҡ.
Рафиҡ Әхмәтшин




