Бөгөн Стәрлетамаҡта балаларҙы автомобилдә йөрөтөү ҡағиҙәләренә өйрәтеү буйынса курстар асылды. Ил кимәлендәге проект 1-се ҡала клиник дауаханаһында ғәмәлгә инде. Программаның өҫтөнлөктәре тураһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов.
Стәрлетамаҡта йәшәүсе Әлфир Кәримовтың һәр иртәһе улдарын мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына илтеүҙән башлана. Ара әллә ни яҡын түгел, шуға ла автомобиль атай кешенең төп ярҙамсыһы. Малайҙар салонға инеү менән үҙ креслоларына ултыра. Балаларҙың хәүефһеҙлеген ҡайғыртҡан Кәримовтар өсөн был тәү ҡағиҙәләрҙең береһе.
Ҡыҙғанысҡа, бөтә ата-әсәләр ҙә Кәримовтар кеүек үҙ бурыстарына намыҫлы ҡарамай. Тап ошондай ғаиләләр өсөн Стәрлетамаҡта махсус курстар ойошторола башланы. Уҡыуҙар тәү сиратта бала табырға йыйынған ҡатындарға тәғәйенләнгән. Сөнки тап буласаҡ әсәләрҙең иңендә оло яуаплылыҡ ята.
Курстар барышында медицина хеҙмәткәрҙәре тарафынан тренингтар ойоштороласаҡ. Уларҙа балалар креслоларын ҡулланыу, юлда тиҙлек режимын һаҡлау, коляска менән юл аша сығыу кеүек ҡағиҙәләгә төп иғтибар бүленәсәк. Уҡыуҙар әсәләр аудиторияһы алдында махсус ҡорамалдарҙа үткәрелә.
Бындай курстарҙың асылыуы республикала балалар ҡатнашлығындағы аварияларҙың күплеге менән бәйле. Шуларҙың береһе быйыл йәй Ҡыйғы районында теркәлде. «Мицубиси Лансер» автомобиле юлдан төшөп китеүе һөҙөмтәһендә ике һәм ете айлыҡ сабый тән йәрәхәттәре ала. Әсә ҡулында килгән сабыйҙарҙың береһе һуңынан дауаханала мәрхүм була. Үкенескә ҡаршы, фажиғәле хәлдәр бының менән сикләнмәй.
«Хәүефһеҙ бала саҡ» проекты ике йыл элек Өфөләге перинаталь үҙәктә старт алғайны. Стәрлетамаҡ Рәсәй Президенты программаһында ҡатнашҡан Башҡортостандағы икенсе төбәк. Башланғыстың әһәмиәте ҙур, шуға ла уны киләсәктә республиканың башҡа дауаханаларында ла ғәмәләгә ашырыу ҡарала.
Илдар Байбулатов







