Ошо көндәрҙә Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге рәсми делегация эш сәфәре менән Ҡаҙағстанда. Нурсолтанда ойошторолған презентацияла бизнес вәкилдәре менән осрашыу уҙҙы. Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан араһында былтыр тауар әйләнеше 300 миллион доллар булған. Быйыл алты айҙа был күрһәткес 20 процентҡа артҡан. Радий Хәбиров әйтеүенсә, үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙә ҙур мөмкинлектәр бар.
Бөгөн Нурсолтанда Башҡортостан вәкиллеген асыу тантанаһы була. Рәсми сәфәр барышында Радий Хәбиров Ҡаҙағстанда йәшәгән яҡташтарыбыҙ менән осрашырға ниәтләй.




