Бөрйән районында ғәҙәттән тыш тәбиғәт күренеше. Шүлгәнташ мәмерйәһе янындағы Ығышма күле һыуы юҡҡа сыҡҡан. Уның ҡороуы беренсегә теркәлмәй. “Ҡаты ҡоролоҡ йылдарында күлдең һыуы юғала”, - ти “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы директоры урынбаҫары Тәслимә Хәмиҙуллина.
Ығышма күле Аҡбуҙат һәйкәле ҡуйылған Йылҡысыҡҡан күле янында урынлашҡан.




