Республика Башлығы Радий Хәбиров халыҡҡа һәм хужалыҡтарға ярҙам күрһәтергә ҡарар иткәйне. Ҡоролоҡтан зыян күреүселәргә мал аҙығы өсөн киткән сығымдарҙың яртыһы ҡаплана. Кисә Баймаҡ район советы ултырышында компенсация түләү мәсьәләһе ҡаралды. Депутаттар халыҡҡа 30 мең һум, фермерҙарға 400 мең һум бирергә ҡарар итте. Баймаҡ районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов.
Компенсация түләү тәртибе тураһында Азат Шәрипов дауам итә
Яҡын арала республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында ҡоролоҡтан зыян күргәндәргә компенсация түләнә башлай.




