Яңы йыл каникулдарында “ҡоро законды” бөтөрөргә кәрәк. Республика Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы ошондай тәҡдим менән сыҡты. Ведомство етәксеһе Алексей Гусев әйтеүенсә, ҡышҡы байрамдарҙа алкоголь эсеүселәр кәмемәгән. Магазиндан хәмер алыу мөмкинлеге булмағас, суррогат һатып алыусылар артҡан.
Башҡортостан яңы йыл каникулдарында иҫерткес эсемлектәр һатыу сикләнгән берҙән-бер төбәк. Республикала шулай уҡ һабантуйҙар ойошторғанда, Һуңғы ҡыңғырау һәм Белем көнөндә спиртлы эсемлектәр һатылмай.







