Башҡортостанда утта һәләк булыусылар һаны арта

Йыл башынан 8 мең 700-ҙән ашыу янғын теркәлгән, 186 кеше, шул иҫәптән 12 бала һәләк булған. Был турала бөгөн  Республика менән идара итеү үҙәгендә уҙған брифингта  Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов белдерҙе. Янғында 1 мең 160 кеше ҡотҡарылған. Ут сығыу осраҡтары күберәк ауылдарҙа теркәлгән. Янғын сығыу сәбәптәренең күбеһе ут менән һаҡһыҙ эш итеүгә бәйле. 

Башҡортостанда утта һәләк булыусылар һаны арта

Ут сығыу осраҡтарын кәметеү маҡсатында республикала “Янғынға ҡаршы беҙ бергә” тигән акция башлана. Сара барышында мобиль-профилактик төркөмдәр һаны арттырыла, тиҒәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.

Башҡортостанда утта һәләк булыусылар һаны арта

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, һалҡын көндәр башланыу менән, шәхси йорттарҙа янғын сығыу осрағы 2 ярым тапҡырға арта. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты халыҡты электр йылытҡыстарҙы ҡулланғанда иғтибарлы булырға кәңәш итә.

Фото №1 - Башҡортостанда утта һәләк булыусылар һаны арта
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ