Республика халҡы "Алтын кеше"не күрә ала

Башҡортостан милли музейында Ҡаҙағстандың милли символы - "Алтын кеше"не күрергә мөмкин була. Бөгөн Республика башлығы Радий Хәбиров Нурсолтан ҡалаһында Ҡаҙағстандың милли музейын ҡараны. Музей фондының төп өлөшөн археологтар тапҡан уникаль артефакттар алып тора. Уҙған быуатта ҡаҙыныу эштәре барышында боронғо сак халҡы батшаһы - "Алтын кеше" табыла, ул Ҡаҙағстандың сиволына әүрелә. Алтын биҙәүестәр, ҡанатлы толпар-аттар милли гербта күрһәтелә, "Алтын кеше" скульптураһы Алма-Атала Бойондороҡһоҙлоҡ майҙанында урынлаштырыла. Республика башлығы Радий Хәбиров Өфөлә, Башҡортостан милли музейында күргәҙмә ойошторорға тәҡдим итте. "Алтын кеше" Башҡортостан халҡы ла күрергә тейеш тине. Ҡаҙағстан яғы был тәҡдимгә хуплау белдерҙе.

Фото №1 - Республика халҡы "Алтын кеше"не  күрә ала
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ