Инвестиция рейтингын илдең Һауыҡтырыу туризмы һәм корпоратив сәләмәтлек ассоциацияһы төҙөгән. Исемлектә республиканан Янғантау, Танып, Йоматау, Яҡтыкүл шифаханалары урын алған.
Эксперттар ял йорттарының инвестиция рейтингын алтынсы тапҡыр әҙерләй. Уны билдәләгәндә шифахана-курорт учреждениеларының хеҙмәтләндереү һәм финанс күрһәткестәре иҫәпкә алына. Эксперттар фекеренсә, рейтинг объекттарҙың сифатын һәм инвесторҙарҙың әүҙемлеген күтәреүҙә мөһим роль уйнай.
Башҡортостан белгестәре билдәләүенсә, республика шифаханаларының ҡеүәте ҙур. Урман һәм һыу ресурстары һауыҡтырыу йүнәлешен үҫтерергә булышлыҡ итә, актив туризмды үҙләштереү өсөн дә шарттар етерлек.
Рәмзиә Кәримова







