Салауат Сәғитов - Йыл ректоры

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты  ректоры Салауат Сәғитов  педагогия юғары  уҡыу  йорттары араһында  "Йыл ректоры 2021" милли  премияһына  лайыҡ булды. Быйыл был юғары  исем  Рәсәйҙең 6 ВУЗ ректорына  бирелде. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы  Мәскәүҙә булды. Премияға лайыҡ булыусыларҙы йыл  һайын Рәсәй  профессорҙары  йыйылышы билдәләй.  Университет менән идара итеү һөҙөмтәлеге,  фән һәм белем биреү үҫешенә  индерелгән өлөш иҫәпкә  алына.

Фото №1 - Салауат Сәғитов  - Йыл ректоры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ