Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар артыуҙан туҡтамай

Уҙған тәүлектә республикала яңы инфекция диагнозы тағы ла 391 кешегә ҡуйылып, төбәктә пандемия башланған осорҙан сирләүселәр һаны 66 459-ға етте. Бөгөн стационарҙарҙа 733 кеше дауалана, уларҙы 436-һы 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 34 пациенттың 13-ө тын юлдарын яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Сирҙе еңелерәк үткәреүсе 6 310 кеше амбулатор дауаланыу курсы үтә.

Тәүлек эсендә дауаханаларҙан  509 кеше һауығып сыҡҡан, пандемия осоро дауамында сирҙән барлығы 57 822 кеше йүнәлгән. Һуңғы тәүлектә ковид-19 вирусынан 19 кешенең ғүмере өҙөлгән. 

Төбәктә халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә. Был маҡсатта республикаға 1 759 308 доза вакцина килтерелеүе билдәле. Бөгөнгә прививканың беренсе компонентын  1 278 377 кеше яһатһа, уларҙың 1 170 883-ө вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Тәүлек эсендә медицина учреждениеларына вакцина һалдырыу өсөн 9 793 кеше мөрәжәғәт иткән.

Фото №1 - Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар артыуҙан туҡтамай

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ