Вирус таралыуҙы иҫкәртеү өсөн төбәк медицина учреждениеларында рейдтар үткәрелә башланы. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығы хеҙмәткәрҙәре тикшереү менән Өфөлә Степан Кувыкин урамындағы балалар поликлиникаһында булды.
Үкенескә, медицина учреждениеһында санитар талаптар үтәлмәүе асыҡланды. Сәләмәт балалар температура менән килгән малай-ҡыҙҙар менән бер бокстарҙа ҡабул ителгән осраҡтар теркәлде. Поликлиниканың икенсе ҡатында антисептиктар, һауаны таҙартыу өсөн бактерицид лампалар урынлаштырылмауы ла иҫәпкә алынды. Тикшереү һөҙөмтәләренә ярашлы медицина учреждениеһы яуаплыҡҡа тарттырыласаҡ.
Учреждение етәкселегенә ҡарата протокол төҙөлдө. Тиҙ арала поликлиникала етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү талап ителә. Санитар нормалар үтәлмәгән осраҡта 50 меңдән 150 меңгәсә штраф ҡаралған. Юридик шәхестәр өсөн был сумма бер нисә тапҡыр күберәк ҡаралған.
Шулай уҡ баш ҡаланың 52-се поликлиникаһында ла тикшереү ойошторолдо. Эпидемиологик хәл ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан учреждениела санитар талаптар иғтибар үҙәгендә ҡала. Табиптар әйтеүенсә, поликлиника көсөргәнешле эж режимына күскән. Һуңғы көндәрҙә ковид йоҡтороусылар һаны бер нисә тапҡыр артҡан. Коронавирус көнөнә 35-37 осраҡта раҫлана.
Поликлиникала 600-ҙан ашыу пациент короновирус инфекицяһынан дауалана. Көнөнә 150-ләп кешенең йортона барып медицина ярҙамы күрһәтәбеҙ.Әлбиттә, эпидимиолгик хәл көндән көн ҡатмарлаша, шуға ла ике сменаға бүлешеп эшләй башланыҡ. Әммә объектив сәбәптәр буйынса санитар талаптарҙы үтәү ауырлашты... Матди-техник база был тиклем күп пациенттарҙы хеҙмәтләндәреү өсөн иҫәпләнмәгән.
Флорида Ким




