Башҡортостанда мобиль вакциналау пункттары кәметелде

Белгестәр быны прививкаға килеүселәрҙең аҙ булыуы һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең амбулатор звеноны нығытырға ебәрелеүе менән аңлата. Сирлеләр күбәйеү сәбәпле, стационарҙарҙа көсөргәнешлек арта.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә халыҡты “Торатау” конгресс-холы, “Башҡортостан” лайфстайл үҙәге һәм “Мир” сауҙа үҙәгендәге мобиль нөктәләрҙә ҡабул итәләр. Аҡ халатлылар  коронавирусҡа ҡаршы берҙән бер ҡотолоу юлын тик вакциналаныуҙа күрә.

Стәрлетамаҡ инфекция госпиталендә бөгөн урындар юҡ кимәлендә, палаталар пациенттар менән тулы. Реанимацияла ҡырҡ кеше, уларҙың туғыҙы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

Һуңғы өс аҙнала коронавирус йоҡтороусыларҙың артыуын күҙәтәбеҙ, стационар шарттарҙа дауаланыуға тәүлегенә ҡырҡ-илле кеше ҡабул ителә. Пациенттарҙың 98 проценты вакцинация үтмәгән. Шуға күрә халыҡты иҫкәртке килә: прививка ҡаҙатыусылар сирҙе күпкә еңелерәк үткәрә. Профилактика сараһында әүҙемерәк ҡатнашығыҙ, һаулыҡҡа битараф булмайыҡ.

Ленара Шәрифуллина, Стәрлетамаҡ клиник-диагностика инфекция үҙәге баш табибы урынбаҫары   
Фото №1 - Башҡортостанда мобиль вакциналау пункттары кәметелде
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ