Бөгөн Ҡаҙағстанда Башҡортостандың конгресс-бюроһы вәкиллеге асылды

Бөгөн Ҡаҙағстандың «Астана» халыҡ-ара финанс үҙәге биләмәһендә Башҡортостандың конгресс-бюроһы вәкиллеге асылды. Был майҙансыҡ осраҡлы ғына һайланмаған. Халыҡ-ара финанс үҙәге донъя стандарттары нигеҙендә эшләй һәм инвестициялар йәлеп итеү урыны булып тора.

Вәкиллеккә иҡтисади партнерлыҡты нығытыу һәм республикаға яңы инвестициялар йәлеп итеү, Ҡаҙағстан менән берлектә сәнәғәт, төҙөлөш, социаль-гуманитар, фәнни өлкәләрҙә уртаҡ проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итеү бурысы ҡуйыла.

«Көн һайын финанс мөмкинлектәр арта, шул уҡ ваҡытта уңышлы инвестиция проекттары юҡ кимәлендә. Был күренеш үҫешеүсе илдәрҙең баҙарҙарына ҡыҙыҡһыныу уята. Бында юғары потенциал бар», – тип билдәләгән Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге яҙмаһында.

Фото №1 - Бөгөн Ҡаҙағстанда Башҡортостандың конгресс-бюроһы вәкиллеге асылды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ