Лидерлыҡ академия программаһы сиктәрендә Башҡорт дәүләт университеты, Өфө дәүләт нефть техник һәм Башҡорт дәүләт медицина университеттарына 100-шәр миллион һум аҡса бүленә.
Башҡорт дәүләт университеты мәҫәлән, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге менән берлектә омикс - технологиялар булдырыу өҫтөндә эшләйәсәк. Ул Евразия Милли фән һәм мәғариф үҙәге проекттарына инә. Өфөлә биомәғлүмәт анализдар үҙәге асыу күҙаллана.
Ғалимдар төбәктәге күп быуатлыҡ этник үҙенсәлектәрҙең, тирә-яҡ мөхиттең гендарға, нәҫел ауырыуҙарына йоғонтоһон өйрәнәсәк. Был тикшеренеүҙәр сирҙәрҙең килеп сығыу сәбәптәрен асыҡлау һәм яңы дарыуҙар булдырыуҙа ярҙам итәсәк. Ғөмүмән, грант аҡсалары илдең 49 ҡалаһының 106 университетына бүленә. Уларҙың 28-е Мәскәүҙә, 11-е Санкт-Петербург ҡалаһында.
Азат Ғәлиуллин




