Балалар именлеге тәү сиратта. Баймаҡ мәктәптәрендә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә эш итеү оҫталығын шымарталар. төбәктә оператив хеҙмәттәрҙең сираттағы күнекмәләре үтте.
Дәрес ваҡытында хәүеф сигналы яңғырау менән мәктәптең 344 уҡыусыһы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эвакуациаланды. Тиҙ ярҙам, ут һүндереүселәр, газ хеҙмәткәрҙәре лә оҙаҡ көттөрмәне.
Шартлы рәүештә бинаның өсөнсө ҡатында йәрәхәт алған уҡыусы һәм тағыла ике кеше ҡотҡарылды. Уларҙы эвакуациялау һәм беренсе ярҙам бар талаптарға ярашлы итеп күрһәтелде. Ашханала сыҡҡан уйҙырма янғынды һүндереүҙә оператив ойошторолдо.
Донъяла ҡыҙғанысға ҡаршы төрлө хәүефле ваҡиғалар булып тора. Ә бындай уҡыуҙар балаларға ошо мәлдә ҡаушап ҡалмаҫҡа, сетерекле хәлдәрҙән үҙеңде һәм башҡаларҙы нисек араларға өйрәтә.
Раушания Рәхимова




