Ишембай районының Аллағыуат шишмәһе янында арт-объект барлыҡҡа килде

Ике йыл элек Ишембай районы Маҡар ауылы «Республиканың иң матур ауылы» конкурсында икенсе урын яулағайны. Бүленгән дәртләндереү сараһына биләмәне төҙөкләндереү эштәре башҡарылған.

Быйыл урындағы халыҡ теләге менән Аллағыуат шишмәһе янында арт-объект ҡуйылған. Композиция авторҙары – билдәле рәссамдар Ильнур Ильясов менән Рафаэль Ҡадиров. Арт-объектта улар шишмәгә һыу алырға килгән ҡыҙҙы һынландырған. Биләмәнән халыҡ өҙөлмәй, уҡыусылар өсөн экскурсиялар ҙа ойошторола.

Фото №1 - Ишембай районының Аллағыуат шишмәһе янында арт-объект барлыҡҡа килде

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ