Өфөлә билдәле рус яҙыусыһы, яҡташыбыҙ Сергей Аксаков әҫәрҙәре буйынса һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары араһында үткәрелгән һүрәттәр конкурсына йомғаҡ яһалды.
Рәсемдәр конкурсы яҙыусының тыуыуына 230 йыл тулыу уңайынан ойошторолдо. Унда 14 белем биреү учреждениеһы студенттарынан 70 эш ҡабул ителгән.
Конкурста еңеүселәрен Аксаковтың йорт-музейында тәбрикләнеләр. Ижади эштәр яҙыусы әҫәрҙәре буйынса геройҙарға иллюстрация, Аксаковтың тәбиғәт донъяһы, яҙыусы портреты номинацияларында баһаланды.
Сергей Тимофеевич Аксаков 176 китап авторы. Конкурс август-сентябрь айҙарында үткәрелә. Унда ҡатнашырға теләк белдергән үҫмерҙәр ижади эштәргә етди ҡараған. Хикәйәләргә иллюстрациялар төшөрөү алдынан Аделина Йәһүҙина кеүек яҙыусы әҫәрҙәрен яңынан уҡып сығыусылар ҙа бар.
Гүзәл Борханова







