Ырымбур өлкәһе Гай ҡалаһында Башҡортостандан өс студент ҡыҙҙы үлтергәндәр

Ырымбур өлкәһе Гай ҡалаһында Башҡортостандан өс студент ҡыҙҙы үлтергәндәр. Уларҙың кәүҙәләрен бөгөн төндә тапҡандар. Ике ҡыҙҙың кәүҙәһе яндырылған фатирҙа, тағы берәүһенеке күп фатирлы йорт ихатаһында булған. Баймаҡ һәм Күгәрсен райондарынан 18-20 йәшлек ҡыҙҙар урындағы медицина колледжында белем алған. Был хәл буйынса енәйәт эше асылған. Енәйәтсе ҡыҙҙарҙы балта менән үлтергән, әле уны эҙләйҙәр, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы.

Фото №1 - Ырымбур өлкәһе Гай ҡалаһында Башҡортостандан өс студент ҡыҙҙы үлтергәндәр
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ