“Бөгөн тормошомдағы иң бәхетле көндәрҙең береһе!” Шулай тип белдерҙе опера йырсыһы Әлфиә Кәримова. Яҡташыбыҙ Нурсолтан ҡалаһындағы “Астана-опера” дәүләт опера һәм балет театрында эшләй. Беҙҙең республика делегацияһының Ҡаҙағстанға рәсми сәфәре барышында Әлфиә Кәримоваға “Башҡортостандың халыҡ артисы” исеме бирелде. Уны Радий Хәбиров бүләкләне.
Әлфиә Кәримова Ҡаҙағстанда 14 йыл самаһы эшләй.







