Республика башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ һәм Күгәрсен районы башлыҡтарына Ырымбур өлкәһендә һәләк булған ҡыҙҙарҙың ата-әсәләренә тейешле ярҙам күрһәтергә ҡушты. - Ҡурҡыныс фажиғә. Әле иң мөһиме ата-әсәләргә тейешле ярҙам күрһәтергә кәрәк, тип белдерҙе Радий Хәбиров. Бөгөн төндә Ырымбур өлкәһе Гай ҡалаһында Башҡортостандан өс студент ҡыҙҙың кәүҙәһе табылды. Баймаҡ һәм Күгәрсен райондарынан 17,18 һәм 19 йәшлек ҡыҙҙар урындағы медицина колледжында белем алған. Был хәл буйынса енәйәт эше асылған.




