Гай ҡалаһында Башҡортостан студенттары һәләк булған

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ырымбур өлкәһендәге медицина колледжы студенттарының туғандары һәм яҡындары өсөн кәрәкле ярҙам ойошторорға ҡушты.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, уҙған төндә Гай ҡалаһында янғын сыҡҡан фатирҙарҙың береһендә республиканан ике ҡыҙҙың кәүҙәһе табылған. Тағы ла бер яҡташыбыҙҙың мәйете торлаҡ йорттоң ихатаһында ятҡан. Тикшереү барышында, фажиғәгә тарыусыларҙың Баймаҡ һәм Күгәрсен райондарынан булыуы асыҡланған.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, студенттарҙың ғүмерен ҡыйған енәйәтсе артабан фатирға ут төртөп ҡасҡан. Осраҡ буйынса тәфтиш комитеты «Ике һәм унан да күберәк кешене үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Әлеге ваҡытта оперативниктар ауыр енәйәттә ғәйепәнеүсене эҙләй, урында тәфтишселәр һәм криминалистар эшләй. «Һәләк булған ҡыҙҙарҙың ата-әсәһе ниндәй тойғолар кисереүен күҙ алдына ла килтерә алмайым. Хәҙер ғаиләләргә тейешле ярҙам күрһәтеү мөһим», тигән Башҡортостан башлығы.

Фото №1 - Гай ҡалаһында Башҡортостан студенттары һәләк булған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ