Республика адреслы инвестиция программаһына ярашлы, район үҙәгендә йылытыу системаһын төҙөкләндереү өсөн төбәк бюджетынан 57 миллион һум аҡса бүленгән. Күп фатирлы торлаҡ йорттарҙа һәм социаль объекттарҙа йылытыу системаһы тиҙ арала тәртипкә килтерелде. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Кушнаренко ауылында йәшәүсе Мөнирә Шәйбәкова ярты быуатҡа яҡын урындағы колхозда водитель булып эшләгән. Хаҡлы ялға сыҡҡан ханым күптән йортло булып район үҙәгендә донъя көтә. Һуңғы йылдарҙа хужабикәнең фатирында йылытыу системаһы боҙолоп, бүлмәләр йылынмай башлаған. Ниһәйәт, ауылда үҙәк ҡаҙанлыҡ яңыртылғас, йылытыу мәсьәләһе хәл ителгән.
Районды йылытыу системаһы менән тәьмин иткән ойошма үҙәк ҡаҙанлыҡты төҙөкләндереү мәсьәләһен ете йыл дауамында хәл итергә тырышҡан. Әммә ниәттәр 2018 йылда ғына тормошҡа ашҡан. Республика адреслы инвестиция программаһына ярашлы, Кушнаренко районы үҙәк ҡаҙанлығы тулыһынса яңыртылып, автоматлаштырылган режимға күсерелгән.
Күләмле төҙөкләндереү сиктәрендә үҙәк ҡаҙанлыҡтың бинаһы ла яңыртылған. Йорттарҙы йылытыу системаһы менән тәьмин итеү ҡорамалдарынан тыш, объекттың түбәһе, иҙәндәре, ҡыйығы төҙөкләндерелгән.
Үҙәк ҡаҙанлыҡты заманса йыһазландырыу өсөн республика бюджетынан 57 миллион һум аҡса бүленгән. Был сумма Кушнаренко ауылындағы күп фатирлы йорттарҙы, мәктәп, урындағы хакимиәт бинаһын һәм башҡа социаль объекттарҙы йылытыу системаһы менән тәьмин итеүҙе юғары кимәлдә ойоштороу мөмкинлеге биргән.
Кушнаренко районындағы йорттарҙы һәм социаль объекттарҙы йылытыу миҙгеле быйыл 16 сентябрҙә башланған. Йылытыу системаһын тейешле кимәлдә әҙерләү өсөн күп яҡлы эш алып барылған. Дөйөм республика буйынса ла йылытыу миҙгеленә әҙерлек торлаҡ-коммуналь өлкәнең өҫтөнлөклө маҡсаттарының береһе булып тора.
Флорида Ким




