Шул уҡ ваҡытта республикаға ҡайтарылған вакцина күләме арта ғына. Уның ҡарауы коронавирус йоҡтороп дауаханаға эләгеүселәр ҙә көндән-көн күбәйә. Улар араһында балаларҙың артыуы ла борсоуға һала.
«Торатау» Конгресс-холында урынлашҡан вакцина яһау пункты республикала иң күләмлеһе. Үҙәк эш башлау менән унда көнөнә мең ярымға тиклем кешегә вакцина яһата ине. Хәҙер прививка эшләтеүселәр күпкә кәмегән. Ихтыяж юҡлыҡтан медицина персоналы ла ҡыҫҡартылған.
Уның ҡарауы дауаханаларҙа табиптарға ихтыяж артҡандан-арта. Сөнки коронавирус йоҡтороусылар статистикаһы көн дә рекорд ҡуя. Табиптар әйтеүенсә, һуңғы арала балалар араһында ковид көсәйә. Госпиталдәрҙә 125 кескәй пациент ята. Амбулатор күҙәтеүҙә иһә мең ике йөҙҙән ашыу.
Табиптар ауырыусыларҙың артыуын вакцина эшләтеү темпы кәмеүе менән аңлата. Республика әле күләмле иммунитет булдырыу өсөн тейешле сикте үтмәгән.
Пандемияның дүртенсе тулҡыны быға тиклемгеләренән күпкә көслөрәк көтөлә. Әле үк республикала булдырылған 5 749 дауалау урынының 5 600-ө файҙалана. Ковид госпиталь итеп үҙгәртелеп күптән түгел генә яңынан ғәҙәти режимға күсерелгән дауаханалар йәнә ҡыҙыл зоналарға әйләнә. Бөгөн медицина университеты поликлиникаһында 200 урынға иҫәпләнгән ковид госпиталь эш башланы.
Айнур Кәбиров




