Был турала бөгөн Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин рәйеслегендә уҙған Төбәктәр үҫеше буйынса комиссияның президиум ултырышында иғлан ителде. Унда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Федераль траншты Өфө һәм Нефтекама ҡалаларының яңы микрорайондарын комплекслы үҫтереү өсөн инженер, транспорт һәм социаль инфраструктура обьекттары төҙөүгә тотоноу ҡаралған. Проектҡа ярашлы был биҫтәләрҙә 5 миллион 700 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелә һәм 20 мең яңы эш урыны асыла.
Мәҫәлән, баш ҡалала 2 мең 200 урынға иҫәпләнгән белем усағы төҙөү ҡаралған. Шулай уҡ проектҡа транспорт селтәрен үҫтереү ҙә ингән, юлдар һалыу, төҙөкләндереү, Ағиҙел йылғаһы аша күпер менән Өфөнән көньяҡ урау юлын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.
Марат Хөснуллин белдереүенсә, инфраструктура кредитына ғаризаны 75 төбәк ебәргән, дөйөм сумма 976 миллиард һумға яҡын. Инфраструктура бюждет кредиты ил Президенты Владимир Путиндың тәҡдименә ярашлы бирелә, аҡса төбәктәргә раҫланған конкрет проекттар өсөн яҡынса 3 процент менән 15 йылға күсерелә.
Рәмзиә Кәримова




