Силәбе өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре башланды

 Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы күрше төбәк менән бергә ойошторған.

Силәбе өлкәһе аҫаба башҡорттар йәшәгән төбәк, был бәрәкәтле ерлектә Ҡадир Даян, Кәтибә Кинйәбулатова, Дамир Вәлиев, Раил Кучуков һәм башҡа арҙаҡлы шәхестәр тыуып үҫкән. Бөгөнгө көндә лә Силәбелә тарихи тамырҙарын онотмаған милләттәштәребеҙ йәшәй. Улар Башҡортостан делегацияһын оло хөрмәт менән ҡаршы алды.

Сараның программаһы бай йөкмәткеле, уның сиктәрендә Республика халыҡ ижады үҙәге Силәбе ҡалаһында, Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарында милли музыка ҡоралдары буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғара. Ҡоншаҡ ауылында ҙур концерт программаһы ойошторола. Бынан тыш, Башҡортостандан барған сәнғәт әһелдәре бейеү, йыр һәм фольклор буйынса ла тәжрибә уртаҡлаша.

Яҡташтарыбыҙ Сибәлеләрҙе ҡурай, ҡумыҙ комплекттары, башҡорт халыҡ ижады буйынса видеояҙмалар бүләк итеп тә ҡыуандырҙы. Делегация ағзалары әйтеүенсә, милләттәштәребеҙ оҫталыҡ дәрестәрендә ихлас ҡатнашҡан, урында милли рух көслө, туған телгә, мәҙәниәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу ҙур.

Сара сиктәрендә Арғаяш мәҙәниәт йортонда ике яҡлы килешеү ҙә ҡабул ителде. Документҡа Арғаяш районы хакимиәте башлығы Игорь Ишимов Һәм Силәбенең «Башҡорт Ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Морис Йосопов ҡул ҡуйҙы. 

Фото №1 - Силәбе өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре башланды

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ