Будапешт ғалимдары башҡорт мәҙәниәтен өйрәнә

Башҡортостанда ғилми сәфәр менән Будапешт ҡалаһының гуманистик эҙләнеүҙәр үҙәге ғилми хеҙмәткәрҙәре булды. Ғалимдар республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында башҡорт-венгр тарихи бәйләнештәрен өйрәнде. Сит ил вәкилдәре башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы – ҡурайҙа уйнай белеүе, башҡортса таҙа һөйләшеүе менән дә таң ҡалдырҙы. Тулыраҡ киләһе яҙмала. 

Венгрия ғалимдары Даут Ҡара менән Иштван Шанта билдәле этнограф Дьюла Месораш эҙләнеүҙәрен дауам итеүселәр. 1909 йылда Дьюла Месарош Башҡортостанға килеп – Ырымбур һәм Пермь губерналарында йәшәгән башҡорт ауылдарында тиҫтәләрсә фотоһүрәт төшөргән. Даут Ҡара һәм Иштван Шантаның маҡсаты – шул саҡта төшөрөлгән фотолар менән бөгөнгө башҡорт халҡының йәшәйешен сағыштырыу.

Венгриянан килгән ҡунаҡтар тарихи факттар менән ҡыҙыҡһынып ҡалмай, улар тулыһынса урындағы халыҡтың мәҙәниәтен, йәшәйешен өйрәнә. Башҡорт телендә иркен аралашҡан, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарған, ҡурай тартҡан Даут Ҡараға һоҡланмау мөмкин түгел. Ул хеҙмәттәше менән Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында булып, урындағы халыҡ менән осрашып, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, халыҡ йырҙарын яҙып ала.

Венгр ҡунаҡтары сәфәр һуңында Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты студенттары менән осрашты, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Билдәләргә кәрәк, уҡыу йорто менән ғилми үҙәк араһында ике яҡлы хеҙмәттәшлек булдырылған, уны артабан да үҫтереү күҙаллана.

Венгр ғалимдарының Башҡортостанға булған сәфәре һөҙөмтәһе булып китап баҫылып сығасаҡ, шулай уҡ видеоматериалдары башҡорттар хаҡындағы кинофильмда ҡулланыласаҡ.

Фото №1 - Будапешт ғалимдары башҡорт мәҙәниәтен өйрәнә

Әлфиә Хәмитова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ