«Торатау» конгресс-холында «Яратам, һине тормош» тип аталған концерт була. Байрамдың финалында республика район-ҡалаларынан йыйылған ижади коллективтар һәм ансамблдәр сығыш яһай. Өлкән йәштәге кешеләрҙе берләштергән бәйгелә үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары араһында еңеүселәр билдәләнә.
Концерт иртәгә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа көндөҙгө сәғәт 2-нән 4-кә тиклем күрһәтелә. Республиканың башҡа райондарында ла оло йәштәге кешеләрҙе тәбрикләү тантаналары, мәҙәни программалар, байрам табындары ойошторола.
Флорида Ким




