Рәсәй мәҙәниәт министрлығының маҡсатлы программаһына ярашлы, тамашасылар Рәсәй театрҙарында барған иң яҡшы спектаклдәрҙе ҡарай ала.
Спектаклдәр тулы декорациялар менән биҙәлгән сәхнәлә, сағыу костюмдар һәм талантлы актерҙар составы менән уйнала. Һамар ҡалаһының «Сам АРТ» йәштәр театры Өфө тамашасыһына өс спектакль алып килгән. Бөгөндән 2-се октябргә тиклем баш ҡала ҡунаҡтары Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры сәхнәһендә сығыш яһай.
Спектаклдәр киң ҡатлам тамашасыға тәғәйенләнә. Йәш тамашасы һәм бәләкәй балалары булған ғаиләләрҙе Һамар ҡалаһының «СамАРТ» йәштәр театры коллективы Редьярд Киплингтың «Маугли», Сергей Михалковтың «Батыр ҡуян» һәм «Авксентий Цагарели әҫәре буйынса»Ханума»спектаклдәрендә көтә.
Гүзәл Борханова




