Бөгөн стационарҙарҙа 730 кеше дауалана, уларҙың 416-һы 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 41 пациенттың 13-ө тын юлдарын яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 6 200 кеше амбулатор дауаланыу курсы үтә. Тәүлек дауамында дауаханаларҙан.
512 кеше һауығып сыҡҡан, яңы инфекциянан 21 кешенең ғүмере өҙөлгән. Республикала халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә. Бының өсөн Башҡортостанға 1 759 308 доза вакцина килтерелгән.
1-с е компонентты 1 282 792 кеше яһатып өлгөргән. Ошо иҫәптән 1 175 839 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Үткән шаршамбы республиканың медицина учреждениеларында йәнә 9371 кеше прививка яһатҡан.
Гөлдәриә Йосопова




