Был турала Республика башлығына Зубоволағы ковид госпиталь табиптары белдерҙе. Радий Хәбиров дауаханала медицина хеҙмәткәрҙәре, реанимацияла ятҡан пациенттар менән аралашты
Республика клиник инфекция ауырыуҙары дауаханаһының баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, үҙәк 400 урынға иҫәпләнгән, әммә әле 429 кеше дауалау курсы үтә. Шуға күрә пациенттарҙы коридорға ла һалырға мәжбүрҙәр. Уларҙың күбеһе коронавирус сиренә ҡаршы прививка яһатмаған. Әле 237 кеше ауыр, ә 6 пациент ныҡ ауыр хәлдә.
Интенсив терапия бүлегендә 33 ауырыу ята. Баш табип әйтеүенсә, уларҙың береһе лә ковидтан вакцина ҡаҙатмаған. Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, сирҙең 14 йәшкә тиклемге уҡыусылар һәм 65 йәштән өлкәндәр араһында артыуы күҙәтелә. Радий Хәбиров ҡатмарлы шарттарҙа эшләгән коллективҡа юғары һөнәри оҫталығы өсөн рәхмәт белдерҙе. Әммә вакцинация күрһәткесенең һүлпәнәйеүе хәүефләндерә, тине Радий Фәрит улы.
Коронавирусҡа ҡаршы көрәш менән бәйле һорауҙар оператив штаб ултырышында ла ҡаралды. Көн үҙәгендә вакцинация күрһәткесен арттырыу һәм кеше күмәк йөрөгән урындарҙа, йәмәғәт транспортында сирҙең таралыуын кәметеү маҡсатында профилактика эштәре алып барыу.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, 1 октябргә Республика халҡының яҡынса 80 процентын вакцинациялау бурысы тора ине, ә ысынбарлыҡта әле күрһәткес 50 проценттан саҡ ҡына юғары. Йәғни беҙ планды үтәй алманыҡ, ә тәғәйен һандарға өлгәшмәй тороп коллектив иммунитет булдырыу мөмкин түгел.
Радий Хәбиров барлыҡ министрлыҡ- ведомстволарға ла вакцинацияны арттырыу буйынса ҡәтғи саралар күрергә, профилактиканы һәм хәүефһеҙлек талаптарын көсәйтергә ҡушты.
Рәмзиә Кәримова




