«Башҡортостанда Рәсәй милләте берҙәмлеген нығытыу һәм халыҡтарҙы этномәҙәни үҫтереү» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Бүздәк, Дүртөйлө, Тәтешле, Туймазы һәм Саҡмағош райондары энциклопедиялары нәшер ителде. Һәр ҡайһыһында мең ярымдан ашыу мәҡәлә тупланған.
Сентябрь башында республиканың төньяҡ-көнбайышында йәшәүселәргә яңы баҫмалар таратыла башланы. Саҡмағоштарҙы данлаусы энциклопедия менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина ла танышты.
Халыҡ-ара спорт мастерҙары, ауыл хужалығы, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт өлкәләре алдынғылары тәүгеләрҙән булып Саҡмағош энциклопедияһына лайыҡ булды. Уларҙың исемдәре, биографияһы, фотоһүрәттәре китап биттәрендә урын алған. Хеҙмәт ветераны Дамира Ҡазыханова ла район үҫешенә тос өлөш индереүселәр рәтендә. Саҡмағош башҡорттарын берләштереп, урындағы ҡоролтайҙың тәүге рәйесе булған, бынан тыш, үҙен башҡа йүнәлештәрҙә лә оҫта етәксе итеп танытҡан.
Баҫмала арҙаҡлы шәхестәрҙән тыш, райондың тарихы, социаль-иҡтисади мөмкинлектәре, ижтимағи-сәйәси тормошо ла сағылыш тапҡан. Географияһы, ауыл, ер-һыу атамалары, тәбиғәт байлыҡтары ла тасуирланған. Энциклопедия өҫтөндә эш 2019 йылдың аҙағында башланған. Коронавирус пандемияһына бәйле, «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы хеҙмәткәрҙәренә дистанцион форматта ла материалдарҙы туплау талап ителгән. Йөкмәткене байытыуҙа, бигерәк тә, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, музей, архив белгестәре ярҙам иткән.
Энциклопедияға материалдар туплағанда археологик ҡомартҡылар, урындағы халыҡтың ауыҙ-тел ижады иғтибар үҙәгенә алына. Шулай уҡ китап биттәрендә башҡорт ырыуҙары тураһында ла бай мәғлүмәт килтерелә.
Саҡмағоштарҙан тыш, хәҙер Бүздәк, Дүртөйлө, Тәтешле, Туймазы райондарында йәшәүселәрҙең дә тыуған яҡты өйрәнеү буйынса ғилми баҫмаһы бар. Музей белгестәре билдәләүенсә, энциклопедияны нәшер итеү, эҙләнеүҙәр эше туҡталды тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, тарихи сығанаҡтар нигеҙендә был йүнәлештә үҫеш көтөлә.
«Саҡмағош энциклопедияһы» презентацияһының тап Иҫке Ҡалмаш ауылында ойошторолоуы осраҡлы түгел. Сөнки бында яңыраҡ ҡына моделле китапхана булдырылған. «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә күләмле төҙөкләндереү эшәтре башҡарыла. Ғөмүмән, китапханаға биш меңдән ашыу яңы уҡыу әсбабы ҡайта. Улар араһында район тарихына арналғандары бихисап.
Гөлназ Хәйбуллина




