1 октябрь - Халыҡ-ара ололар көнө

Башҡортостан халҡының дүрттән бер өлөшө - пенсионерҙар. Республикала 1 миллион 157 мең граждан - хаҡлы ялда, уларҙың 142 меңе 80 йәштән өлкән. Пенсия фондының республика бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, 80-де үткәндәргә ҙурыраҡ пенсия түләнә. Ҡартлыҡ буйынса билдәләнгән 6 мең һумлыҡ сумма 80-гә еткәндән һуң ике тапҡырға арта. Хаҡлы ялға сыҡҡас нимә менән шөғөлләнергә? “Бығаса  ваҡыт тапмаған эштәргә тотонорға кәрәк”, - тигән фекерҙә Башҡортостандың халыҡ артисы Фәнүнә Сиражетдинова. Уның хеҙмәт йылдары Башҡорт дәүләт филармонияһында үтә. Пенсияға сыҡҡас ҡул эштәренә тотона һәм бәхетле осорға аяҡ баҫтым тип иҫәпләй.

1 октябрь - Халыҡ-ара ололар көнө

“Хаҡлы ялға сыҡҡас, ижадҡа ваҡыт күбәйҙе”. Оло йәштәгеләр көнө айҡанлы үткәрелгән фекер белешеү барышында шағирә Гөлнур Яҡупова беҙгә шулай тип белдерҙе. Ул оҙаҡ йылдар “Ағиҙел” журналында яуаплы секретарь вазифаһын башҡара. 60 йәшендә хаҡлы ялға сыға.

1 октябрь - Халыҡ-ара ололар көнө

Ғалимдар олоғайғас та аҡыл эшен дауам итеүҙең файҙалы яҡтары күп булыуын иҫбатлаған. Уҡырға, яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһынырға, ижад менән шөғөлләнергә, шахмат уйнарға кәрәк, ти белгестәр. Социаль әүҙемлекте  һаҡлау ҙа мөһим. Был йәш ҡалырға, ауырыуҙарға бирешмәҫкә ярҙам итә, тип иҫәпләнә.

Фото №1 - 1 октябрь - Халыҡ-ара ололар көнө
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ