Башҡортостанда коронавирус йоҡтороу буйынса рекорд һан теркәлде

Республикала коронавирус йоҡтороусылар арта. Үткән тәүлектә 452 кешегә “ковид-19” диагнозы ҡуйылған, 22 кеше вафат булған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, стационарҙа 777 пациент дауалана. 37 кеше ауыр хәлдә, 14 сирле үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Пневмония осраҡтары ла арта. Бер тәүлектә 197 кешегә ошондай диагноз ҡуйылған. Иммунизация кампанияһы ла дауам итә. Коронавирустан вакцинаның беренсе компоненты 1 миллион 287 меңдән ашыу кешегә яһалған. 1 миллион 180 мең самаһы кеше тулыһынса тамамлаған. 60 йәштән өлкәндәр араһынан 322 мең кеше прививканың – беренсе, 292 меңе – ике компонентын да эшләткән.

Фото №1 - Башҡортостанда  коронавирус  йоҡтороу буйынса  рекорд һан теркәлде
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ