Башҡортостанға венгр ғалимдары экспедицияһы килеп ҡайтты

Будапешт ҡалаһының гуманистик эҙләнеүҙәр үҙәгенең ғилми хеҙмәткәрҙәре Давид Шомфаи һәм Иштван Шанта Баймаҡ, Әбйәлил районында йәшәүселәр менән аралашты һәм башҡорт халҡының этнографияһын өйрәнде. Венгр ғалимдары ҡасандыр фольклорсы Дьюла Месарош үткән юлдарҙан барып, ул саҡта төшөргән фотолар менән бөгөнгө башҡорт халҡының йәшәйешен сағыштырырға тырышты. Дауыт Ҡара – Давид Шомфаи әйтеүенсә, киләсәктә ғилми экспедиция һөҙөмтәләре буйынса күргәҙмә әҙерләнә.

Башҡортостанға венгр ғалимдары экспедицияһы килеп ҡайтты

Бынан бер нисә йыл элек ғалимдар Ғәлимйән Тағандың әлегәсә билдәһеҙ булған, венгр телендә баҫылған китабын тапҡан. Ул "Башҡорттар һәм татарҙар" тип атала. Венгр телен бик яҡшы итеп үҙләштергән Ғәлимәйән Таған был китапта Башҡорт милли хәрәкәтенең әлегәсә аҙ билдәле булған, ҡайһы бер сетерекле мәсьәләләренә лә туҡталып китә. Давид Шомфаи һәм Иштван Шанта әлеге көндә шул китапты башҡорт теленә тәржемә итеп баҫтырыу теләге менән йәшәй.

Фото №1 - Башҡортостанға венгр ғалимдары экспедицияһы килеп ҡайтты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ