Бөгөн Мәскәүҙә танылған скульптор, Рәсәй Сәнғәт академияһы академигы Салауат Щербаковҡа арналған документаль фильмдың исем туйы үтте. Ул Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә ойошторолдо. Оҫта менән бик күп интервьюлар донъя күргән. Фильм иһә уның яҙышына арналған беренсе таҫма. Документаль картинаның авторы һәм продюсеры Гәүһәр Батталова һөйләй.





