Радий Хәбиров коронавирусҡа бәйле яңы сикләүҙәр тураһына Указға ҡул ҡуйҙы

    Республика Башлығы Радий Хәбиров коронавирусҡа бәйле яңы сикләүҙәр тураһына Указға ҡул ҡуйҙы. Улар бер нисә этапта индерелә. 4 октябрҙән музей, театр, китапхана, концерт залдары һәм ҙур спорт сараларында халыҡ һаны сикләнә. 12 октябрҙән был исемлеккә сауҙа үҙәктәре, кинотеатрҙар күргәҙмә залдары өҫтәлә. Прививка эшләтмәүселәр ҡала-ара автобустарҙа ла йөрөй алмай. 18 октябрҙән сикләү матурлыҡ салондары, мунса, бассейн, фитнес-клубтар, ҙур ресторан һәм кафеларҙа ҡабул ителә. Бөгөнгә Башҡортостанда халыҡтың 80 процентына коронавирустан прививкалау бурысы ҡуйылғайны, әле был һан 50 проценттан күберәк.

      Сығанаҡ:  https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/145975.html

Фото №1 - Радий Хәбиров коронавирусҡа бәйле яңы сикләүҙәр тураһына Указға ҡул ҡуйҙы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ