Учалы дауаханаһы ябылмай, киреһенсә, һаулыҡ һаҡлау тармағын камиллаштырыу эше бара

     Учалы дауаханаһы ябылмай. Бөгөн Республика Хөкүмәте вице-премьеры – Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ҡала һәм район халҡы менән осрашты. Унда медицина тармағындағы көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Максим Забелин белдереүенсә, Учалы дауаханаһы ябылмай, киреһенсә, һаулыҡ һаҡлау тармағын камиллаштырыу эше бара. Хирургия корпусы төҙөлә, киләһе йыл балалар поликлиникаһына нигеҙ һалына, кадрҙар мәсьәләһе хәл ителә. Ашығыс медицина ярҙамы ла Учалыла күрһәтелә, бала табыу бүлеге лә эшмәкәрлеген дауам итә. Быға тиклем халыҡ араһында Учалыла дауахана ябыла һәм Белорет ҡалаһына күсерелә тигән имеш-мимеш таралғайны. 

Фото №1 - Учалы дауаханаһы ябылмай, киреһенсә, һаулыҡ һаҡлау тармағын камиллаштырыу эше бара
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ