Учалы районы Сораман ауылында билдәһеҙ кешеләр аҡҡоштарҙы атып үлтергән

Урындағы халыҡ әйтеүенсә, быйыл яҙ Ысыҡкүлде төйәк иткән аҡҡоштар биш бәпкә сығарған. Ауыл кешеләре уларҙы ҡулға эйәләштергән, ашатып торған. Көҙ еткәс, аҡҡоштар йылы яҡтарға китергә әҙерләнгән. Әммә сентябрҙең һуңғы көнөндә «Chevrolet Niva» автомобиле менән килгән браконьерҙар мылтыҡ менән ҡоштарҙы атҡан.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙә аҡҡош ҙур һәм һирәк осраған ҡоштарҙың береһе тип һанала. Аҡҡошҡа һунар итеү тыйыла, сөнки ул «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән.

Фото №1 - Учалы районы Сораман ауылында билдәһеҙ кешеләр аҡҡоштарҙы атып үлтергән
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ