Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөндә – ЗАГС тантанаһы

 Иглин районы Көҙәй ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернатында тәүге тапҡыр законлы никах теркәлде. 79 йәшлек Клавдия Мәүләнова менән 71 йәшлек Владимир Шихов ғүмер юлын бергә үтергә ҡарар иткән. Сал сәсле парҙың бәхетле минуттарын БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина барып күрҙе.

Клавдия Христофоровнаның бөгөнгө иртәһе көҙгө алдында үтте. Яңы ал күлдәген кейеп, биҙәнеп алғандан һуң ул үҙен күпкә йәшәреп киткәндәй тойҙо. Тәүге тапҡыр кейәүгә сығырға әҙерәнгәндәй - тулҡынлана. Ә бит беренсе тормош иптәше һәләк булып, ҡарттар йортона эләгеүенә ун туғыҙ йыл үткән.

Хәйер, яҙмыш интернат стеналарында ла яңғыҙ ҡалдырмай, икенсегә бәхетле булыу мөмкинлеге бирә. Күрше бүлмәлә буласаҡ тормош иптәше Владимир Шихов. Аҡ костюмдағы уҙаман да ғүмеренең иң бәхетле минуттарын кисерә.

Мендельсон маршына ҡулға-ҡул тотоношоп алға атлайҙар. Бәхетле парҙы ҡарттар йорто хеҙмәткәрҙәре һәм тәрбиәләнеүселәре алҡышлап ҡаршы алды. Учреждение тарихында тәүге тапҡыр булғанғалыр, өлкәндәрҙең законлы никахлашыу тантанаһына етди әҙерлек алып барылған. Фойелағы зона сәскәләләр менән биҙәлә, шәмдәр ҡуйыла. Загстағы кеүек атмосфера.

Теләктәре уртаҡ – ғаилә ҡороп, бер береһен ихтирам итеп йәшәү. Алтын балдаҡтар - саф мөхәббәт билдәһе. Өлкәндәр йөрәктәге изге хистәрен йәшермәй. Тәүге осрашыуҙан уҡ тормошҡа ҡараштары, характерҙары тап килеүен билдәләйҙәр.

Етмеште үткәндән һуң, законлы никахтарын теркәгән сал сәсле пар менән интернатта йәшәүселәрҙең һәр кеме һоҡлана. ЗАГС тантанаһынан һуң ярты сәғәттәй ваҡыт бергә фотоға төштөләр.

Учреждение хеҙмәткәрҙәре Халыҡ-ара ололар көнөнә байрам өҫтәле лә әҙерләй. Шулай ҙа бар иғтибар – яңы ҡауышҡан парға йүнәлтелде. Йыр-моңға маһир өлкән йәштәгеләр гитарала уйнап, уларға музыкаль бүләктәрен еткерҙе.

Фото №1 - Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөндә – ЗАГС тантанаһы

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ